Республика хөкүмәте, мәғариф министрлығы һәм баш ҡаланың вуз-ара кампусы берлектә ойоштороған ижади ярыш еңеүселәре тәбрикләнде. Конкурс социаль селтәрҙәрҙә теүәл бер ай барҙы һәм унда ҡатнашыусылар видеопост, мемдар, кампусҡа иң яҡшы слоган номинацияларында ҡатнашты.
Ижади конкурс вуз-ара кампустың фәнни эшмәкәрлеген киң йәмәғәтселеккә таратыу, йәштәр араһында популярлаштырыу маҡсатында булдырылды. Ойоштороусылар әйтеүенсә, унда ҡатнашыусыларҙың креатив ҡарашы, ижади эштәрен заманса технологиялар ҡулланып эшләүҙәрен күҙ уңында тотҡанда кампуста ла алдынғы ҡарашлы студенттар йәшәйәсәк. Уны төҙөү ҙә тап ошо маҡсатты, йәш ғалимдарҙы берләштереү, белем биреү кимәлен үҫтереү.