Сарала гүгәл заттар үҙҙәренең һәм балаларының һаулығын тикшертеп, табиптарҙан консультация алды, байрам тамашаһында ҡатнашты. Ҡатын-ҡыҙҙар төрлө йүнәлештәге белгестәр менән аралашып, үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирҙе.
Асыҡ академия майҙанында ҡул эштәре күргәҙмәһе, оҫталыҡ дәрестәре эшләне. Йөҙәрләгән ҡатын-ҡыҙҙы берләштергән биләмәлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам буйынса брифинг та ойошторолдо. Төбәктә «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» асыҡ академияһы саралары Башҡортостан башлығы гранттары фонды ярҙамында үтә.