Өфөлә «Балалар» проекты командаһынан байрам ойошторолдо

Өфөнөң «Родина» кинотеатрына кескәй балалар ата-әсәләре менән бергә башҡорт телендә ойошторолған сағыу сараға саҡырылды. Улар оҫталыҡ дәрестәрендә, уйындарҙа ҡатнашты, яратҡан йәнһүрәт геройы Янут һәм уның дуҫтары менән танышты, билдәле йырсыларға ҡушылып йәнһүрәт йырҙарын башҡарҙы.

Байрамда «Балалар» проектынан башҡорт йәнһүрәте яңы серияларының премьераһы үтте. Йәнһүрәттең 3-сө сезоны «Мираҫ» тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау фонды етәксеһе Люциә Дәүләтшина етәкселегендә грантҡа лайыҡ булғайны. «Балалар» проекты Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында Башҡортостан Башлығы Грантына тормошҡа ашырыла.

Йәнһүрәттең тәүге биш серияһы 2019 йылда төшөрөлгән. Әлеге ваҡытта 20-нән ашыу серия донъя күргән. «БАЛАЛАР» тип аталған башҡорт йәнһүрәттәре 1 йәштән - 5 йәшкә тиклем балаларға тәғәйенләнә. Проекттың пиар-менеджеры Айгөл Һөйөндөкова фекеренсә, был йәнһүрәттәрҙе һәр бер башҡорт ғаиләһе балаларына күрһәтергә тейеш.