Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың комитет ултырыштары Константин Толкачев тәҡдиме буйынса Шишмә районындағы «Патриот» паркында үтә. Күсмә ултырыштарҙы парламенттың Фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты башлап ебәрҙе. Ул комитет рәйесе Айбулат Хажин етәкселегендә үтте.
Депутаттар тәү сиратта «Патриот» паркының эшмәкәрлеге менән танышты. Әле бында республиканың төрлө райондарынан йыйылған 253 уҡыусы биш көнгә иҫәпләнгән уҡыуҙар үтә. Уның сиктәрендә, хәрби әҙерлек буйынса практик дәрестәр, хәрби медицина, тактик, атыу әҙерлеге һәм парашют менән һикереү ҡаралған. Парламентарийҙар «Дан аллеяһын», хәрби техника экспозицияһын һәм яңыраҡ сафҡа ингән биналарҙы ҡараны. «Патриот» паркы биләмәһендә казарма, ике торлаҡ модуле, спорт майҙансығы, ашхана төҙөлгән. Шулай уҡ «Геройҙар ярышы» өсөн трасса, «Партизан ауылы» комплексы эшләй. Киләсәктә паркты, «Партизан ауылын» һәм осоу-ултырыу һыҙатын киңәйтеү планлаштырылған.
Күсмә ултырыштың көн тәртибендә Фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты әҙерләгән закон проекттары икенсе уҡыуҙа ҡабул итеүгә тәҡдим ителде. Улар «Башҡортостандың матди булмаған мәҙәни мираҫы», «Мәҙәниәт тураһындағы» һәм «Китапхана эше тураһындағы» ҡанундарға төҙәтмәләр индереүҙе күҙаллай. Шулай уҡ ултырыш ваҡытында комитеттың көҙгө сесиияһы эшмәкәрлеге барланды, киләһе йылға закон проектлау эшенең яҡынса программаһына ҡағылышлы тәҡдимдәр яһалды.