Башҡортостанда кадет уҡыусылары һаны 250- гә артты

Рәсәй диңгеҙ пехотаһы көнө айҡанлы Башҡортостан диңгеҙ пехотаһының республика хәрби-патриотик кадет үҙәге Витязь-юниор кадет слеты үткәрҙе. Уның сиктәрендә Өфө ҡалаһы һәм Благовещен, Кушнаренко, Иглин райондары мәктәптәрендә ойошторолған кадет кластарына уҡыусылар ҡабул ителде. Уларға танытмалар тапшырылды. 350 кадетҡа сираттағы хәрби званиелар, отличие билдәләре тапшырылды.

2004 йылда кадет кластары асҡанда уларҙы диңгеҙ пехотаһы йүнәлешендә булдырырға тәҡдим индерҙем, һәм был маҡсат тормошҡа ашырылды. Кадеттар матур форма йөрөтөп кенә ҡалмай, стройға теҙелә, көрәш секцияларында шөғөлләнә, кластан тыш патриотик тәрбиәүи сараларҙа ҡатнаша.

Олег Галин, Диңгеҙ пехотасыларының «Витязь» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе