Өфө медицина колледжы 115 йыллыҡ юбилейын билдәләне

Ул республикалағы иң боронғо һөнәри белем биреү учреждениеларының береһе. 1908 йылда ауыл акушер-фельдшер мәктәбе булараҡ профессиональ медицина белеменә нигеҙ һала. Бөгөн Өфө медицина колледжы - ныҡлы матди-техник базаһы, уҡытыу-методик һәм юғары квалификациялы кадрҙар потенциалы булған заманса уҡыу йорто. Юбилей емешле үҫешеү һәм билдәләнгән маҡсаттарға табан алға барыу өсөн сәбәп.