Башҡортостан республикаһының милли музейында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр көнө алдынан «Музей барыһы өсөн» тип аталған акция уҙа. Музейҙа инклюзив программалар йыл әйләнәһенә әүҙем ойошторола.
Музей хеҙмәткәрҙәре инвалидтар өсөн бар уңайлыҡтар булдырырға тырыша. Улар музей залдарында үҙҙәрен башҡалар менән тиң тойһон, күргәҙмәләр менән танышҡанда уңайлы булһын өсөн тырыша. Музейға килеүселәргә «Малахит ҡумта», «Бармаҡ осондағы археология»,»Тере ағас», « Музыкаль сәйәхәт» тип аталған ҡыҙыҡлы һәм фәһемле саралар уҙғарыла.