Баш ҡалала ейәнсураларҙың осрашыуы үтте

«Ейәнсуралар, беҙ бергә!». Ошо исем аҫтында Өфөнөң мәҙәни-ял үҙәгендә яҡташтар осрашыуы үтте. Көн дауамына һуҙылған йыйында спорт буйынса әүҙем ейәнсуралар волейболда көс һынашты. Сараның пленар өлөшөндә район хакимиәте етәкселеге студенттар һәм халыҡ менән осрашып, мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын барланы. Төп темаларҙың береһе: төбәккә йәш белгестәрҙе йәлеп итеү, уларҙы эшкә урынлаштырыу. Осрашыу ейәнсураларҙың үҙ ҡулдары менән етештергән әйберҙәр күргәҙмәһе, «Тыуған яғым таланттары» тигән концерты менән дауам итте. Тулыраҡ беҙҙең киләһе яҙмала.

Салауат Алсынбаевтың шәхси коллекцияһында йылдар буйы йыйылған ҡомартҡылар. Һөнәре буйынса ағас оҫтаһы, әле ҙур күргәҙмәгә беренсегә сығыуы. Шуға ла халыҡ уны уратып алып, кемуҙарҙан һорауҙарын яуҙырҙы. Был ҡыҙыҡһыныу шәхси музей асырға, боронғо яҙмаларҙы уҡый белгән белгестәр менән эш башларға ҙур этәргес ти, Салауат Мотаһир улы.

Халыҡ кәсептәрен тергеҙеүсе Фуат Ҡужахмәтов ҡумыҙҙа өҙҙөрөп, яҡташтарын бейетте. Музыка ҡоралында уйнарға өйрәнеү серҙәре менән бүлеште. Яңыбай ауылында йәшәүсе оҫтаның даны Рәсәйҙә генә түгел, хатта сит илдәрҙә лә таралған. Тап уның ҡумыҙҙарын алырға теләүселәргә сират теҙелгән. Шулай ҙа Фуат ағай һан артынан ҡыумай, сифат яғын ҡайғырта.

Яҡташтар осрашыуының төп маҡсаты Өфөләге ейәнсуралар менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу, һуңғы йылдарҙа башҡарған эштәргә йомғаҡ яһау, район яңылыҡтары менән таныштырыу, төрлө уҡыу йорттарында белем алған студенттар менән аралашыу.

Байрамды «Тыуған яҡ таланттары» концерт программаһы дауам итте. Артистарҙың сағыу сығышы тамашасы күңеленә хуш килде. Баш ҡалала йәшәп, төрлө өлкәлә эшләп, республикабыҙ үҫешенә өлөш индергән ейәнсуралар байтаҡ. Уларҙың уңыштары йылдағыса район хакимиәте тарафынан билдәләнмәй ҡалманы.

Күргәҙмәлә яҡташтар үҙҙәренең ауылдары тураһында китаптар менән таныша алды. Әле баҫмаға әҙерләнгәндәре лә байтаҡ. Уларҙы китап итеп туплауҙа, сығарыуҙа һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала. Бының өсөн тыуған ауылығыҙ, ундағы шәхестәр тураһында мәҡәләләр яҙырға кәрәк.

Үткәндәрҙе белеү - киләсәккә юл асыу, тигәндәй, быйылғы күргәҙмәнең бай тарихлы, сараның йөкмәткеле булыуы һис шикһеҙ ҡуйылған маҡсаттарға ирешергә булышлыҡ итер.

Фәниә Рафиҡова