«Ике аҡҡош» конкурсының быйылғы еңеүселәре - Шишмә районы мәҙәниәт йортоноң «Ләйсән» ҡатын-ҡыҙҙар халыҡ вокаль ансамбле. 10-сы тапҡыр ойошторолған юбилей миҙгеле Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Фәриҙә Ҡудашева менән Бәхти Ғайсиндың ижадына арналды. Финалға сыҡҡан ижадсылар Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙған тантана барышында бүләкләнде.
Йыр конкурсы республикала билдәле сәнғәт әһелдәренең рухи мираҫын һаҡлап ҡалыу, халыҡтар дуҫлығын нығытыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Жюри ағзалары конкурсанттарҙы төрлө номинацияларҙа баһалай, конкурста йәш сиктәре юҡ. Музыкаль бәйгеһе баһалау комиссия рәйесе Айҙар Ғәлимов белдереүенсә, ҡатнашыусылар һаны ла, уларҙың оҫталығы йылдан-йыл арта.