“Рәсәй” күргәҙмә-форумы барышында республика һәм уның ҡаҙаныштары менән таныштыралар. Халыҡ-ара сарала ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтарға милли туй йолалары күрһәтелә. Бөгөн күргәҙмә ҡунаҡтарына бай мәҙәни программа тәҡдим ителә. “Мәскәү халҡы һәм ҡунаҡтарына оло һөйөү менән әҙерләнгән сығышыбыҙҙы тәҡдим итәбеҙ”, - ти “Хазина” этнотөркөмө солисы Зәлиә Нурлы.Бөгөн күргәҙмәлә “Терра ҡыш” фестивале һәм “Башҡорт оҙон ғүмерлеге” проекты менән дә таныштырыу була. Башҡорт биҙәүестәре, ҡурай эшләү, башҡорт бейеүҙәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Милли ризыҡтарҙан ауыҙ итергә мөмкин. “Рәсәй” халыҡ-ара форумында илдең 89 төбәге ҡатнаша. Ҙур сара 12 апрелгә тиклем дауам итә.