Владимир Путин тура бәйләнеш өсөн һорауҙарҙы үҙе һайлап ала

 РИА Новости агентлығы Халыҡ фронты башҡарма комитеты етәксеһе Михаил Кузнецовҡа һылтанып, ошо турала хәбәр итә. Ил Президенты менән тура бәйләнеш 14 декабрҙә була. Махсус студияға төбәк һәм федераль мәғлүмәт саралары журналистары, шулай уҡ сит ил хәбәрселәре саҡырыла. Һорауҙар 8-800-200-40-40 телефоны буйынса ҡабул ителә. 0-40-40 номерына смс-хәбәр ебәрергә була. Шулай уҡ москва һыҙыҡ путину нөктә ру сайтында, социаль селтәрҙәрҙә, мобиль ҡушымта ярҙамында мөрәжәғәт ҡалдырырға мөмкин.