Бойҙай, арыш, кукуруз һәм арпа етештереүселәрҙең сығымдарын ҡаплау өсөн 10 миллиард һум компенсация бирелә. Субсидия сәсеү майҙандарын һаҡлап ҡалырға, экспортты арттырырға һәм яңы эш урындары булдырырға ярҙам итә. Республика игенселәре 215 миллион һумдан ашыу аҡса ала. Быйыл бөртөклө культура етештереүселәргә федераль бюджеттан 20 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. Башҡортостанда майлы культура сәскән хужалыҡтарға ла дәүләт ярҙамы ҡарала, республика ҡаҙнаһынан сығымдар бүленә.