Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, тиҙҙән Бәләбәй районы Рассвет ауылында, Борай районы Ҡушманаҡ ауылында медицина пункты асыла. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ районы Золотоношка һәм Боғорослан ауылдары халҡы яңы бина сафҡа инеүен көтә. Был ауылдарҙа 1 мең 200-ҙән ашыу кеше йәшәй. Унда тәжрибәле фельдшер һәм акушерҙар эшләй. Яңы пункттар “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы төҙөлә. Ведомствонан белдереүҙәренсә, учреждениелар халыҡты ҡабул итергә әҙер. Медицина һәм фармацевтика эше өсөн лицензия алыу менән уларҙы асырға була. ФАП-тарҙың майҙаны 63 квадрат метр. Унда диспансерлаштырыу һәм вакциналау үткәрелә, беренсе медицина ярҙамы күрһәтелә.