Өфөлә “Уфимская Волна” конкурсы финалы була

Унда Рәсәй һәм донъя хиттары яңғырай. Ижади ярыш еңеүселәренә алтын скрипка асҡысы һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырыла. Шулай уҡ Спутник ФМ радиоһында “ротация үтеү өсөн” миллион һум бирелә. Концерт барышында “Халыҡ һайлауы” номинацияһы еңеүсеһе асыҡлана.  Тамаша 6 декабрҙә “Торатау” конгрсс-холында ойошторола, киске сәғәт 7-лә башлана. Инеү бушлай. Саҡырыу ҡағыҙҙарын проекттың “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмө аша алырға була.