3 декабрҙә Мәскәүҙә «Рәсәй» Халыҡ-ара күргәҙмә-форумында Башҡортостан Республикаһы көнө үтте. Сараға килеүселәр өсөн бай мәҙәни программа әҙерләгәйне. Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә республика бер нисә майҙансыҡта урынлашты. Унда башҡорт балы, үлән сәйҙәре, халыҡ кәсептәре өлгөләре менән бер рәттән «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге», «Терра Ҡыш» кеүек проекттар менән яҡындан танышыу мөмкинлеге тыуҙы. Күләмле саранан тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова репортажы.
Башҡортостан көндәре ҡунаҡтарын тышта уҡ ҡайнар сәй, милли аш-һыу менән ҡаршы алдылар. «Терра Ҡыш» фестивале сиктәрендә байрам «Ҡышҡы һабантуй» менән асылды. Унда ҡарһылыуҙар парады, самауырҙар күргәҙмәһе, халыҡ кәсептәре өлгөләре күрһәтелде. Ҡунаҡсыллыҡ майҙансығы менән республика башлығы Радий Хәбиров танышты.
Мәскәүҙә Башҡортостан республикаһы көнөн төбәк башлығы Радий Хәбиров асты. Ул килгән ҡунаҡтар алдында төбәктең сәнәғәт, инвестиция, мәҙәни һәм туристик мөмкинлектәре хаҡында һөйләне.
«Рәсәй» Халыҡ-ара күргәҙмә-форумында илдең 89 төбәгенең майҙансыҡтары урынлаштырылған. Берәүҙәр Кесе Ватанына яңынан ҡайтҡандай булды, икенселәр үҙҙәрен турист итеп хис итте.
Меңдәрсә саҡрымдарға һуҙылған бөйөк Рәсәй әйтерһең дә ус төбөндә. Халыҡ-ара күргәҙмә форумда илебеҙҙең төбәктәре менән яҡындан танышырға мөмкин. Бында мәҫәлән, Ульяновск өлкәһендә етештерелгән самолеттың эсендә булырға һәм үҙеңде пилот ролендә һынарға була.
Йырҙарҙа йырланған данлыҡлы Ырымбур мамыҡ шәле өлгөһөн дә күрергә мөмкин. Әлбиттә, был шәлде Башҡортостан оҫтабикәләре бәйләгәнен беҙ яҡшы беләбеҙ.
Башҡортостан башҡорт балы, моңло ҡурай менән дан тота. Шул уҡ ваҡытта республика иҡтисади ҡеүәте, туристик мөмкинлектәре менән илдә алдағылар рәтендә. Башҡортостан стенды киләсәккә осоусы космолет рәүешендә ҡоролған. Унда республикабыҙҙың тарихы мәҙәниәте менән яҡындан танышырға мөмкин.
Башҡортостан стенды менән танышырға яҡташтар, ҡасандыр республикала йәшәп киткән милләттәштәр йыйылды. Улар тыуған телдә аралашты, башҡорт эстрада йондоҙҙары концертын ҡараны.
Сараның сағыу мәле - йәш пар - Юлиә Сөләймәнова һәм Заһир Сәфәрғәлиндың матур ғаилә байрамы. Уларҙың туйы сәхнәлә башҡорт йолалары менән үрелеп барҙы. Ғаиләне республика башлығы Радий Хәбиров ҡотланы. Ул йәш яңы ҡоролған ғаиләгә фатирға сертификат бүләк итте.
Республикала уңышлы тормошҡа ашырылған проекттарҙың береһе - «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһы. Стендтарҙың береһендә оло йәштәгеләр өсөн программа презентацияһы үтте. Пенсионерҙар уның ярҙамында Белоруссияла ла, Абхазияла ял итә. Ололар Рәсәй күргәҙмәһенә лә киләсәк
Күргәҙмәнең төп сәхнәһендә Радий Хәбиров үлгәндән һуң Баҡы Нәзировҡа генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Награда Мәскәүҙә күргәҙмә майҙанында һаҡланасаҡ. Яҡташыбыҙ Баҡы Нәзиров Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, Бухенвальд концлагеры ихтилалы етәкселәренең береһе була. Һуғыштан һуң ул күргәҙмә павильондары ойоштороуҙа ҡатнаша.
Башҡортостан көнө «Геройҙар ваҡыты» концерты менән тамамланды. Шайморатов генерал йыры Мәскәү сәхнәһендә яңғыраны
Лилиә Мәҡсүтова