Бөгөн тәүге тапҡыр Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ художество кәсептәре оҫтаһы исеме бирелде

Республика башлығы юғары дәүләт наградаһын тиҫтәгә яҡын кешегә тапшырҙы. Атҡаҙанған оҫта исеменә «Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре предприятиеһы һәм Ейәнсура районы оҫталары лайыҡ булды. Мәғлүм булыуынса, Радий Хәбиров был награда хаҡындағы указға август айында ҡул ҡуйғайны. Бүләкләнеүселәрҙең тәьҫораттары менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова уртаҡлашты.

Башҡортостан халҡы Фуат Ҡужәхмәтовты ҡумыҙ оҫтаһы итеп белә. Фуат Илмир улы музыка ҡоралын эшләй ҙә, өҙҙөрөп уйнай ҙа. 30 йылдан ашыу ваҡыт эсендә оҫтаның ҡумыҙҙары республикаға ғына түгел, сит төбәктәргә лә таралған. Бөгөн Фуат Ҡужәхәмтовтың оҙайлы йылдар дауамындағы хеҙмәте дәүләт наградаһы менән баһаланды. Ҡумыҙ өсөн тимер ҡаҙаҡ ҡулланам, оҫта ҡулында ошо төҙөлөш материалы ла моң сығанағына әйләнә, ти ул. Атҡаҙанған оҫта исемен алыусылар араһында тағы ла бер Ейәнсура оҫтаһы, данлыҡлы шәл бәйләүсе Әлмира Йәғәфәрова ла бар.

Бүләкләнеүселәр исемлегендә сәнәғәт тармағында эшләгән ете тиҫтәгә яҡын кеше. Ҡеүәтле предприятие етәкселәре лә, завод эшселәре лә, кәсепселәр ҙә. Уларҙың һәр береһе республика иҡтисадын үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә. Ҡатмарлы шарттарға ҡарамаҫтан, быйыл сәнәғәт күрһәткесе 6,7 процентҡа артҡан, төбәк продукцияһы донъя баҙарында лайыҡлы урын биләй, тине Радий Хәбиров.

Бүләкләнеүселәрҙең һәр береһе тураһында айырым һөйләргә мөмкин, уларҙың бар ғүмере, хеҙмәт юлы Республика яҙмышы менән бәйле. Юғары наградалар иһә фиҙаҡәр эшмәкәрлеккә лайыҡлы баһа. Мәҫәлән, Әбйәлил районынан Майҙә Мәһәҙиева 30 йылдан ашыу юл-ремонт идаралығында эшләгән, халыҡ мәнфәғәтенә хеҙмәт иттек, ти ул.

Башҡортостан өсөнсө йыл рәттән сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса илдә лидерҙар исемлегендә. Тармаҡ яңы йүнәлештәрҙе үҙләштереү, импортты алмаштырыу, ииновация асыштарын индереү буйынса даими эш алып бара.

Башҡортостанда сәнәғәт тармағына ныҡлы иғтибар бирелә. Сәнәғәт кластерҙары, индустриаль парктар, айырым иҡтисади биләмәләр эшләп килә. Был осраҡлы түгел, сәнәғәт тармағы иҡтисадтың нигеҙе, социаль йөкләмәләрҙең үтәлеше, инфраструктура торошо тәү сиратта предприятиеларҙың тотороҡло эшмәкәрлегенә бәйле.

Рәмзиә Кәримова