Радий Хәбиров «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә-форумы майҙансығында Өфөлә төҙөлгән Евразия ғилми-белем биреү үҙәге хаҡында һөйләне. Кампустың IQ-паркында 28 ғилми лаборатория урынлашасаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин 2030 йылға 25 заманса кампустан торған селтәр булдырырға ҡушты, уларҙың 17-һендә төҙөлөш бара. Был Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан «Фән һәм университеттар» милли проекты ярҙамында ғәмәлгә ашырыла.