Башҡортостандан Диана Данилюк «Топ стюардессалар» конкурсы финалына үткән

Билдәле булыуынса, бәйгенең һайлап алыу этабында меңдән ашыу заявка ҡаралған, авиакомпанияларҙың утыҙ нәфис зат вәкиле генә киләһе турға сыҡҡан. 10 декабрҙә улар Мәскәү сәхнәһендә таж өсөн ҙынау тота.

Дианаға 25 йәш, өлкән бортпроводник булып эшләй. Ирекмәнлек менән шөғөлләнә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтә. Конкурста тышҡы ҡиәфәттән тыш, һөнәри сифаттар ҙа ҡаралыуын билдәләне. Баһалама комиссия ағзалары ҡатнашыусыларҙың стресҡа тотороҡлоғо, конфликттарҙы ни тиклем тиҙ хәл итеүҙәренә иғтибар йүнәлткән.