«Батырлыҡ ҡумтаһы» проектында рекорд ҡуйылған

Быйыл акция сиктәрендә 17 мең уйынсыҡ йыйылған. Бүләктәр Республика медицина учреждениеларында дауалау курсы үткән кескәй пациенттарға тәғәйенләнгән. Меңгә яҡын бүләк Республика йоғошло ауырыуҙар дауаханаһында ятҡан балалар өсөн тапшырылды. Ойоштороусылар әйтеүенсә, яҡшы кәйеф кескәй пациенттарҙы тиҙерәк аяҡҡа баҫтырырға булышлыҡ итәсәк.

Мәғлүм булыуынса, «Батырлыҡ ҡумтаһы» проекты «Берҙәм Рәсәй» сәйәси фирҡәһенең иң изге, мәрхәмәтле акцияларының береһе. Ул 5 йыл дауамында тормошҡа ашырыла. Башҡортостан төбәк бүлексәһе был проектта әүҙем ҡатнаша. Быйыл «Батырлыҡ ҡумтаһы»на Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары ла, предприятие-ойошма вәкилдәре лә, хатта мәктәп уҡыусылары ла ҡушылған. Яҡшы кәйеф кескәй пациенттарҙы тиҙерәк аяҡҡа баҫтырырға ярҙам итеренә ышанабыҙ, ти ойоштороусылар.