Өфөлә «Рәсәй исемдәре» конкурс- фестиваленең һайлап алыу туры уҙа

Унынсы Халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр ижад фестиваль-конкурсы йәш артистарҙың талантын асыу һәм артабан үҫтереүгә йүнәлтелгән. Жюри алдында республика төбәктәренән һәм күрше Татарстандан килгән һәләтле балалар сығыш яһаны. Конкурс биш номинация, вокал, инструменталь, хореография, сәхнә, цирк сәнғәттәре буйынса үткәрелә.

Проекттар Президент грантына ойошторола. Конкурстың һайлап алыу этабы 8 федераль округ һәм 23 төбәктә үткәрелә. Быйыл беҙ Воронеждан башлағайныҡ, Башҡортостан менән йомғаҡлап ҡуябыҙ. Һеҙҙең республиканы «Голос» проектында ҡатнашҡан Яна Ғәббәсова аша белдек.

Юрий Соломатин «Рәсәй исемдәре» һәм «Рәсәй муйынсаһы. легендалар» проекттары етәксеһе

Конкурс еңеүселәре 2024 йылдың 28 октябрендә Кремель залында сығыш яһаясаҡ. Фестиваль-конкурс сиктәрендә шулай уҡ «Тылсымлы муйынса. Яҡтылыҡҡа табан» фильмына кастинг үтә.

Беҙҙең Румил фортепианола оҫта уйнаны, сағыу сығыш булды тип әйтә алам. Беренсе урынды яуланыҡ. Шатбыҙ

Инна Скрыпник Ә. Исҡужин исемендәге балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы