Өфө аэропорты абсолют рекорд һөҙөмтәләренә иреште - бөгөн унда 4,5 миллионынсы пассажир хеҙмәтләндерелде. Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.
«Көнбайыш илдәр менән ҡатмарлы мөнәсәбәттәргә ҡарамаҫтан, беҙ осош программаһын үҫтерәбеҙ. Уртаҡ көс менән пассажирҙар өсөн яңы йүнәлештәр асабыҙ. Быйыл Анталья, Истамбул, Ташкент, Баҡы, Ереван ҡалаларына рейстарҙы арттырҙыҡ. Сәмәрҡәндкә рейс ойошторолдо, Минскиға осоуҙар тергеҙелде. Дубай, Шарм-эль-Шәйех, Шарджа йүнәлештәре һәр ваҡыттағыса ҙур һорау менән файҙалана. Башҡортостан халҡы Рәсәй ҡалаларына - Мәскәү, Санкт-Петербург, Сочи, Яңы Уренгой, Новосибирскиға билеттар йыш һатып ала.
Уҙған йыл менән сағыштырғанда, Әстрхан, Махачкала, Минеральные воды, Омск, Сочи, Сорғот ҡалаларына иғтибар артты. Ярославлгә һәм Владикавказға яңы рейстар асылды. Өфө аэропорты 40 авиакомпания менән хеҙмәттәшлек итә һәм 69 йүнәлеш буйынса самолеттар оса. Уларҙың 50-һе эске һауа линияһы, 19-ҙы халыҡ-ара йүнәлештә алып барыла. Рекорд һандар буш урындан барлыҡҡа килмәне. Был һандар республика иҡтисады үҫешен күрһәтә, эшлекле мөнсәбәттәрҙе һәм дипломатияны сағылдыра. Беҙҙең кешеләр сәйәхәт итә, командировкаларға йөрөй һәм улар өсөн уңайлы шарттар булдырыу маҡсаты ҡуйыла» тип белдергән Башҡортостан башлығы.