Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы уҡыу йорто төрлө йылдарҙа мәктәп, унан һуң техникум, мәҙәниәт-ағартыу училищеһы булараҡ халыҡҡа хеҙмәт иткән. Мәғариф учреждениеһын тамамлаған белгестәр бөгөн ил кимәлендә тармаҡ үҫешенә ҙур өлөш индерә. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Юбилейға тиклем Республика башҡорт мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы ҙур үҙгәрештәр кисерҙе. Тарихи бина авария хәлендә тип табылып, мәғариф учреждениеһы яңыһына күсерелә. Уҡыу-уҡытыу системаһы ла тулыһынса замансалаштырыла. Биш ҡатлы бинаның өсөндә уҡыу класы һәм аудиториялары урынлашһа, ҡалғанын дөйөм ятаҡ булараҡ файҙаланыла.
Колледждың 90 йыллығына арналған рәсми тантана Стәрлетамаҡ ҡалаһының мәҙәниәт һарайында үтте. Ул уҡыу йортон төрлө йылдарҙа тамамлаған тиҫтәләрсә уҡыусыларын бергә йыйҙы. Төплө һәм лайыҡлы белем биргән мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы уҡытыусылары айырым билдәләнде. Улар ведомство наградалары менән бүләкләнде.
Тантаналы сараның рәсми өлөшөнән һуң, Республика башҡорт мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжының ижади коллективтары сығышы менән үрелеп барҙы. Һәр ҡайһыһы тармаҡтың бөгөнгөһөн һәм лайыҡлы киләсәген күҙ алдына баҫтырҙы. Сәхнәгә шулай уҡ колледждың элекке уҡыусылары дәртле бейеү, йыр-моңдарын бүләк итте.
Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу училищеһы, хәҙерге Республика башҡорт мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы тарихында 9 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән. Бөгөн улар тотош ил кимәлендә тармаҡҡа фиҙаҡәр хеҙмәт итә. Уларҙың талантына һәм ижади һәләттәренә ниндәй генә донъя тамашасылары алҡышламаған.
Азат Ғәлиуллин