Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш ваҡытында үҫмер егеттең әсәһе яҙған мөрәжәғәт уҡыла. Әсәй улының Радий Хәбировтың эш бүлмәһендә булырға теләү хыялын еткерә. Республика Башлығы егеткә экскурсия үткәрҙе, эше менән таныштырҙы һәм бүләктәр тапшырҙы. Үҫмерҙең әсәһе әйтеүенсә, атаһы һәм өлкән ағаһы махсус хәрби операцияла. Осрашыу барышында Радий Хәбиров яугир менән элемтәгә лә сыҡты. Мәктәп уҡыусыһы үҫмерҙәр армияһында шөғөлләнә. Ул кадет мәктәбендә белем алырға хыяллана.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт