Башҡортостан төҙөүселәре Луганскиҙа мәктәп ремонтланы

Красный Луч ҡалаһындағы 29-сы мәктәптә яңы тәҙрә һәм ишектәр ҡуйылды, диуарҙар буялды. Бинала шулай уҡ бөтә иҙән плитәләре алмаштырылды, сантехника, йылытыу системаһы яңыртылды һәм бойлерҙар урынлаштырылды, тип хәбәр итәләр Луганск халыҡ республикаһы хөкүмәтенән. Белем усағы Советтар Союзы Геройы, яҡташыбыҙ, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы миномет взводы командиры Сафа Хәсәнов исемен йөрөтә. Мәктәптә батыр яугир иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйылған, Хәсәнов исемендәге кадет класы бар.