Радий Хәбиров Мишкәлә полилингваль гимназия асылыуы тураһында иғлан итте

Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙә яҙыуынса, Мишкә районы үҙәгендә мари һәм инглиз телдәрендә алып барылған уҡыу йорто эшләй башлай. Полилингваль гимназия 2-се һанлы күп профилле мәктәп нигеҙендә ойошторолдо. Йыл дауамында капиталь ремонт барҙы, кәрәкле йыһаздар ҡайтарылды. Мәктәптә 439 бала белем ала. “Башҡортостанда полилингваль мәктәптәр селтәрен киңәйтәбеҙ. Киләһе йылда Яңы Тәтешле ауылында – удмурт, артабан Бишбүләк районында сыуаш телле гимназиялар асыласаҡ”, - тип яҙа Радий Хәбиров. Әле республика 8 полилингваль гимназия иҫәпләнә. Унда 7,5 мең уҡыусы белем ала.