Ул Черниковка биҫтәһендә “Төҙөүсе” стадионында урынлашҡан. Һырғалаҡ майҙаны 17 мең квадрат метр. Бында кейем алмаштырыу өсөн йылы бүлмә бар, конькиҙарҙы ҡуртымға алып йөрөргә мөмкин. Стадионда боҙҙа мотоуҙышыу һәм конькиҙа йүгереү спорты ярыштары уҙа. Өфө хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл ҡалала 90 хоккей ҡумтаһы һәм 32 һырғалаҡ йыһазландырыла.