1 ғинурҙан инвалидтарға һәм махсус хәрби операцияла зыян күргән яугирҙар өсөн реабилитация үтеүгә сертификаттар бүленә башлаясаҡ. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров мөмкинлектәре сикләнгән граждандар менән осрашыуҙа хәбәр итте. 52 мең 500 һум тәшкил иткән сертификат ярҙамында граждандар йылына бер тапҡыр реабилитация үтеп һаулығын нығытасаҡ. Комплекслы ярҙам программаһы менән республикала йыл һайын 1715 инвалид файҙалана ала.
Радий Хәбиров күп фатирлы торлаҡ йорттарҙың подъездарын ремонтлағанда мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн уңайлыҡтар булдырыу тәҡдимен еткерҙе. Төҙөкләндереүгә бүленгән сумманан 3 миллион һумды подъездарҙа пандустар урынлаштырыуға йүнәлтеләсәк. Бынан тыш, осрашыуҙа автобустарҙа пандустарҙы арттырыу, республикала инвалидтар өсөн социаль такси хеҙмәтен ойоштороу һорауҙары ҡаралды.