Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Президиумының ултырышында киләһе йылдарға бюджет ҡаралды

Башҡортостандың киләһе йылдарға бюджеты, бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдең өҫтәмә вәкәләттәре, бал ҡорттарын пестицидтарҙан һаҡлау. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Президиумының бөгөнгө ултырышында ошондай көнүҙәк темаларға ҡараған закон проекттары ҡаралды.

Президиум ултырышында Парламенттың киләһе пленар ултырышына сығарылған закон проекттары тикшерелде. Ҡануни документтар араһынан тәү сиратта бюджет тураһындағы проектты атарға мөмкин. 2025 йылда ҡаҙнаның килеме 290, сығым өлөшө 300 миллиард һум булыр тип көтөлә. Әммә социаль йөкләмәләрҙе үтәү менән бәйле ҡатмарлыҡтар көтөлмәй. Шулай уҡ Бала хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкилгә өҫтәмә вәкәләттәр бирелә, ул балалар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләүҙә, буллинг менән көрәштә ҡатнаша ала.

Ауыл хужалығы буйынса, умартасылыҡ тураһындағы законға үҙәрештәр индерелә. Уға ярашлы, бал ҡорттарын ағыуланыуҙан һаҡлау буйынса, пестицидтар умарталыҡтарҙан билдәләнгән алыҫлыҡта һиптерелергә тейеш. Шулай уҡ юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында автомобиль хужаларына тонировкалы быяла өсөн штраф күләмен арттырыу күҙаллана. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың киләһе пленар ултырышын 14 декабрҙә үткәреү ҡарала.