Белгестәргә күсемһеҙ милек, ғаилә хоҡуғы буйынса һорауҙар бирелде. Онлайн-әңгәмә сурдотәржемәсе ярҙамында алып барылды. Сара «Адаптист» Адаптация үҙәге тарафынан ойошторолдо. Коммерция булмаған ойошма тарафынан инвалидтарға беренсел ярҙам күрһәтеү, автомобиль йөрөтөү буйынса ла уҡыуҙар уҙғарыла. Яңыраҡ «Һаҡ булығыҙ, боҙлауыҡ» темаһына лекция ла үткән.