Хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункттарына 65 йәшкә тиклем ир-егеттәр мөрәжәғәт итә ала. Әлеге ваҡытта пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеү ротаһында хеҙмәт итеү өсөн ир-егеттәр котракт төҙөй ала. Район һәм ҡала муниципалитеттарынан, предприятеларҙан контрактҡа ҡул ҡуйыусыларға өҫтәмә матди түләүҙәр ҡаралған. Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу пунктына көнөнә йөҙләп ир-егет мөрәжәғәт итә.
Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә барырға теләүселәр 117 һандары буйынса шылтырата, военкоматтарға мөрәжәғәт итә ала. Кандидатттарға ҡанундар менән нығытылған айырым талаптар ҡаралған. Үҙ теләге менән контрактҡа ҡул ҡуйыусылар теләге менән хеҙмәт хаҡы, социаль пакет, ташламалар, аҡсалата компенсация һәм башҡа дәртләндереү кеүек айырым шарттар булғанда Рәсәй ҡораллы көстәре составында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Хәрби хеҙмәт үтергә теләүселәр араһында икенсегә контаркт төҙөүселәр ҙә бар.