Федоровка районы Бала Сытырман ауылы халҡы яугирҙарға кәрәк-яраҡтар әҙерләгән

Федоровка районы Бала Сытырман мәктәбе коллективы ауыл халҡы менән берлектә махсус хәрби операция зонаһы яугирҙары өсөн блиндаж шәмдәре һәм маскировка селтәрҙәре әҙерләгән.

Изге эштә өлкәндәр ҙә, балалар ҙа ҙур теләк менән ҡатнашҡан. Мәктәп педагогтары һәм техник хеҙмәткәрҙәре үҙ иҫәбенә яҡташтарыбыҙ өсөн мотобур һатып алған. Башланғыс класс уҡыусылары һалдаттарға тиҙерәк Еңеү менән ҡайтыуҙарын теләп хаттар яҙған. Шәмдәр, селтәрҙәр, мотобур һәм фронтҡа хаттар гуманитар ярҙам йыйыу пунктына, артабан хәрби операция зонаһына оҙатылған. Ауылдаштар яугир яҡтарштарға ярҙам күрһәтеүҙе артабан да дауам итмәксе.