15 декабрҙә күренекле яҙыусы, публицист, журналист, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Солтангәрәвтың тыуыуына 88 йыл тула. Ошо уңайҙан Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала хәтер кисәһе уҙҙы. Унда яҙыусының ҡәләмдәштәре, ауылдаштары, ижадын хөрмәт иткән уҡыусылар йыйылды.
Йор һүҙле, киң күңелле, оҫта прозаик һәм публицист. Хәтер кисәһенә йыйылған ҡәләмдәштәре Рәшит Ғимран улы Солтангәрәевты тап шулай телгә алды, уның хаҡында йылы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Сараға шулай уҡ Рәшит Солтангәрәевтың апаһы Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы Хәҙисә Ғимран ҡыҙы Кинйәбаева, уның яҡташтары, туғандары килде.
Башҡорт әҙәбиәтендә Рәшит Солтангәрәев башҡорт образдарын тыуҙырыусы әҙип булып булараҡ танылған. Ул әҫәрҙәрендә ҡатмарлы яҙмыштар аша ябай кешенең асылы, үҙ заманы һәм замандаштары хаҡында яҙа. 20-нән ашыу китап авторы, уның китаптары рус, татар, үзбәк, сыуаш, ҡаҙаҡ һәм башҡа телдәргә тәржемә ителгән. 1978 йылда «Йылы ямғыр» һәм «Нефтселәр юлынан» китаптары өсөн ул Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була. Йәштәрҙең башҡорт әҙәбиәтенә килеүенә лә әҙип күп көс һала.
Яҙыусы әҫәрҙәрендә тыуған ауылы, замандаштары тураһында яҙа, уның үткер ҡәләме аша үткән мәҡәләләре матбуғат баҫмаларында айырым урын алып тора. Иң тәүге йыйынтығы «Тыуған йорт» тип аталһа, иң һуңғы ижад емештәренең береһе «Ауылым минең- яҙмышым минең» тип исемләнгән. 2000 йылда әҙип тыуған ауылы Таймаҫҡа мәңгелек йортона ҡайтты, уҡыусыларына мираҫ булып әҫәрҙәре ҡалды.
Лилиә Мәҡсүтова