Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтте 70 йыллыҡ юбилейы менән тәбрикләне. Иҫтәлекле дата уңайынан предприятиеның алдынғы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары һәм почет грамоталары тапшырылды.
Республика етәксеһе, «Газпром трансгаз Өфө» йәмғиәтенең социаль ярҙам һәм инвестициялар йүнәлешен билдәләне. Башҡортостан буйынса инвестиция программаһы 5 миллиард һумдан ашыу. Предприятие тарафнан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтелә, яңы объекттар төҙөлә, торлаҡ йорттарға зәңгәр яғыулыҡ үткәрелә.
Башҡортостанда догазификация программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Был йүнәлештә башҡарылған эш күләме буйынса республика Рәсәйҙә икенсе урын яулаған. 2021- 2025-се йылдарға иҫәпләнгән программаға ярашлы, республикала газ селтәрҙәре торлаҡ йорттарҙан тыш 300 социаль объектҡа тоташтырыласаҡ.