Радий Хәбиров Мәскәүҙә «Рәсәй» күргәҙмәһе хаҡындағы тәьҫораттары менән уртаҡлашты

Төбәк башлығы экспозиция менән яҡындан танышып, был турала Беренсе каналдағы «Халыҡ фронты» программаһында һөйләне. «Күсмә халыҡтан алып пилотһыҙ аппараттарға тиклем» тип исемләнгән экспозиция аша халҡыбыҙ тарихының нисек үтеүе күрһәтелә. Башҡортостан хәҙер Рәсәйҙең үҫешкән терәк субъекты. Был иң яҡшы машиналар, хәрби двигателдәр, пилотһыҙ осоу аппараттары, - тип аңлатты Радий Хәбиров.