Яу яланындағы адресат менән сәхнәләге адресант осрашты. Махсус хәрби операция яугиры үҙенең кумиры Фидан Ғафаров менән күреште. Быға легендар артисыбыҙ фронтҡа ебәргән хат сәбәпсе була. Фидан Ғафаров яҙған өсмөйөш ҡағыҙҙы «Маугли» ҡушаматлы яугирға беҙҙең коллегабыҙ Гүзәл Хәмитова «Һалдатҡа хат» проекты сиктәрендә тапшырған. Ул үҙ сиратында отпускаға ҡайтҡанда кумиры менән осрашып, күҙмә-күҙ аралашырға теләк белдергән. Был хаҡта ентекләберәк Айнур Кәбиров.
Махсус хәрби операция минең тормошто икегә бүлде, ти Маугли. Быға тиклем театрға иҫе китмәһә, хәҙер мәҙәни донъяға ҡарашы ҡырҡа үҙгәргән. Ҡырыҫ һалдат тормошонан һуң рухи аҙыҡ танһыҡ. Спектаклдең дә ниндәйе. Йылдар дауамында тулы залдар йыйған «Бәхет хаҡын»да бөгөн Фидан Ғафаров үҙе уйнай.
Айырым бенуар, сәхнә артына сығыу мөмкинлеге, хатта кумирының грим бүлмәһен дә барып күрҙе. Һуңғы йылда блиндаждан башҡаны күрмәгән яугирҙар өсөн ҙур сәхнәгә барып сығыу үҙе бер хыял. Легендар Фидан Ғафаров менән осрашыу ҙа «Маугли» ҡушаматлы яугирҙың күптәнге хыялы. Кумирының фронтҡа яҙған хаты ҡулына килеп эләгеүе был теләкте көсәйтә генә.
Хаттар яугирҙар өсөн айырыуса ҡәҙерле. Улар үҙ туғандарының ғына түгел, башҡа кешеләрҙең, бигерәк тә балаларҙың яҙғандарын яратып уҡый. Өсмөйөшкә бөкләнгән ҡағыҙҙар ҙа блиндаж түрендә ҡәҙерләп һаҡлана.
Хаттар, шиғырҙар, хикәйәләр, йырҙар . Ижад кешеләренән яугирҙарға иң ҙур ярҙам. Теләктәр яҙылған бәләкәй генә ҡағыҙ киҫәгенең һалдаттың түш кеҫәһендә йөрөүе лә Фидан Сафа улын хайран итте.
Өсмөйөш хат яугир һәм актер араһында ҡыҫҡа ваҡыт эсендә дуҫтарса мөнәсәбәт булдырҙы. РСФСР-ҙың халыҡ артисы снайперҙы махсус операциянан ҡайтыу менән һунарға саҡырҙы.
Айнур Кәбиров