Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда сатлама һыуыҡтар көтөлә

Ҡаҙанлыҡтар ҡатмарлы шарттарҙа эшләргә әҙерләнә, табиптар йылыраҡ кейенергә, алкоголдән тыйылырға кәңәш итә. Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда сатлама һыуыҡтар көтөлә. Һауа температураһы урыны менән 38 градусҡа тиклем түбәнәйеүе ихтимал. Бындай һыуыҡтар оҙаҡ һаҡланырмы, мәктәпкә ҡасан бармаҫҡа мөмкин? БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Яҡын көндәрҙә был ҡоролмалар тулы ҡеүәттә эшләсәйәк. Кондитер фабрикаһы эргәһендә урынлашҡан Өфөнөң иң ҙур ҡаҙанлыҡтарҙың береһе сәғәтенә 300-гә яҡын гигакалорий энергия етештерә. Ул халыҡ күпләп йәшәгән Өфөнөң «Йәшел сауҡалыҡ» биҫтәһен тулыһынса йылы менән тәьмин итеү көсөнә эйә.

Синоптиктар ҡаты һыуыҡтар көтөүен иҫкәртә. Һауа температураһы урыны менән 38 градусҡа тиклем түбәнәйеүе ихтимал. Быға бәйле йылылыҡ менән тәьмин итеүсе ойошмалар үҙ объекттарында ҡаҙанлыҡтарҙы хеҙмәтләндереүҙә өҫтәмә дежур бригадалар ойоштора. Бынан тыш, бөтә резерв ҡорамалдар, механизмдар һәм махсус техника тулы әҙерлеккә килтерелә.

Табиптар ҙа шулай уҡ халыҡты һаулығына ҡарата иғтибарлы булырға, һаҡланыу сараларын теүәл үтәргә саҡыра.

Баланың уҡырға барыу-бармауын, һауа шарттарына ҡарап, ата-әсә үҙе хәл итә. Дөйөм белем биреү учреждениеларына йөрөү өсөн нормативтар элеккесә ҡала. 23 градус һыуыҡта - ауылда, 25 градуста ҡалала башланғыс класс уҡыусылары дәрестәрҙе ҡалдыра ала.

Нормативтар уҡытыусыларға ҡағылмай, улар, температура нисә градус булыуға ҡарамаҫтан, мәктәптә булырға тейеш. Кластан бер уҡыусы килһә лә, уҡытыусылар уның өсөн дәрес үткәрергә бурыслы. Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, һауа температураһы иртәгә төньяҡ райондарҙа төндә 28, 33, көндөҙ 21, 26, республиканың көньяғында төндә 20, 25, көндөҙ 15, 20 градусҡа тиклем түбәнәйеүе булыуы көтөлә. Аҙна аҙағында һыуыҡтарҙың көсәйеүе ихтимал.

Азат Ғәлиуллин