Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбе 55 йыллыҡ юбилейын билдәләне

Белем усағына ике бишле. Ошо көндәрҙә Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбе 55 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Тантаналы сараға уҡыусылар, педагогтар, ҡунаҡтар һәм төрлө быуын сығарылыш уҡыусылары, хаҡлы ялдағы мәғариф ветерандары йыйылды.

55 йыл дауамында меңдәрсә уҡыусыға белем биреп, оло тормошҡа юл асҡан ҡаланың 3-сө һанлы мәктәбенең тарихы бик бай. Мәғариф учреждениеһы байтаҡ билдәле, кәрәкле шәхестәр үҫтергән. Улар бөгөн илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә йәшәй, тырышып хеҙмәт итә.

Төрлө йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары тематик класс сәғәттәрендә үҙ иҫтәлектәре менән бүлеште, ҡасандыр ошо кабинеттарҙа балаларға белем биргән уҡытыусылар ҙа йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Сәкинә Иҫәнғолова - 40 йыллыҡ хеҙмәт юлының 15-шен ҡаланың 3‐сө мәктәбенә арнай. Хаҡлы ялдағы мәғариф отличнигы һәр ваҡыт белем усағы менән бәйләнештә.

Мәктәп тарихы 1968 йылдан башлана. Былтыр “Мәктәптәрҙе модернизациялау” федераль программаһына ярашлы бында күләмле ремонт эштәре башҡарылды, бина яңыртылды. Башҡа белем усаҡтары кеүек ҡаланың 3-сө мәктәбе лә үҙенең уҡыусылары менән лайыҡлы ғорурлана. 1988 йылдан алып уны 76 бала алтын, 86 уҡыусы көмөш миҙалға тамамлаған.

Әлеге ваҡытта мәктәпт 887 уҡыусы белем ала. Белем усағында заман менән бергә атлаған, үҙ өҫтөндә тынғыһыҙ эшләгән, ә иң мөһиме, балаларҙы яратҡан 53 педагог эшләй. Ҡаланың 3-сө мәктәбе коллективы бөгөнгө көндә лә үҫә, алға ынтыла, үҙенең күркәм юбилейын ҙур ҡаҙаныштар менән ҡаршылай.