Волейбол буйынса тәүге ярыш Башҡорт дәүләт аграр университетының спорт залында үтте. Бөрйәндәр араһында спартакиада ойоштороу тәҡдимен яҡташтар берлеге күтәреп сыҡҡан. Был ойошманың икенсе күләмле проекты. Тәүгеһе Бөрйән уҡыусылары уйнаған «Урал батыр» эпосын башҡала сәхнәһендә күрһәтеү булһа, икенсеһе спартакиада. Ул 16 спорт төрөн үҙ эсенә ала. Командалар ауыл биләмәләре иҫәбе буйынса төҙөлгән.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, Өфөлә йәшәгән бөрйәндәр спартакиадаға ҙур теләк менән ҡушылған. Был бер яҡтан танышыу, аралашыу мөмкинлеге, икенсе яҡтан йәштәрҙе спортҡа йәлеп итеү, ти улар. Иң көслө команда йәй яҡташтар һабантуйында билдәләнә, еңеүселәргә күсмә кубок тапшырыла.