Башҡортостанда юл хеҙмәттәре көсәйтелгән тәртиптә эшләй

Һауа торошона бәйле шундай ҡарар ҡабул ителгән. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, республика юлдарына 900-ҙән ашыу берәмек махсус техника сығарылған. Ошо көндәрҙә һауа температураһы -36 градусҡа тиклем түбәнәйә. Сатлама һыуыҡтар сәбәпле Өфөлә ваҡытлыса туҡталыу урындары йыһазландырылған.