Башҡортостан фәнни йәмәғәтселеге танылған тарихсы Әнүәр Әсфәндиәровты иҫкә ала

Бөгөн Өфө фән һәм технологиялар университетында Әсфәндиәров уҡыуҙары башланды. Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференция “17-се – 20-се быуат башында Рәсәй халыҡтары: империяға ҡушылыу тәжрибәһе” тигән темаға арнап ойошторола. “Башҡорт халҡы тарихы” үҙәгенең әүҙәүсе белгесе, филология фәндәре кандидаты Искәндәр Сәйетбатталов әйтеүенсә, Әнүәр Әсфәндиәров башҡорт халҡы тарихын өйрәнеүҙә тәрән эҙ ҡалдырған шәхес.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Әсфәндиәров уҡыуҙары барышында башҡорт старшинаһы һәм ғәскәр башлығы, абыҙ Кинйә Арыҫлановтың 300 йыллығына бағышланған түңәрәк өҫтәл дә уҙғарыла.