Спорт ярышы Силәбелә уҙҙы. Унда 11 төбәктән мәктәп уҡыусылары һәм урта һөнәри уҡыу йорттары студенттары ҡатнашты. Егеттәр һәм ҡыҙҙар саңғы һәм коньки уҙышы, спорт йүнәлешен билдәләү, мини-футболда көс һынашты. Республика командаһы 27 алтын, 12 көмөш һәм 16 бронза миҙал яуланы.