Башҡортостанда ҡала яны поездарында йөрөгән миллиардынсы пассажирҙы ҡаршыланылар

Республика Башлығы Радий Хәбиров һәм “Рәсәй тимер юлы” компанияһының Куйбышев бүлексәһе етәксеһе Вячеслав Дмитриев “Өфө” станцияһында юбилейлы пассажирҙы ҡотланы. Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты Карина Янбарисоваға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

         Радий Хәбиров әйтеүенсә, “Рәсәй тимер юлы” компанияһы менән хеҙмәттәшлек эҙмә-эҙлекле үҫешә. Йылдан-йыл пассажирҙар һаны арта. Быға хеҙмәтләндереү сифаты яҡшырыуы ла булышлыҡ итә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Быйыл республикала 5 миллион пассажир тимер юл хеҙмәте менән файҙаланған. Был күрһәткес былтырғыға ҡарағанда, 21 процентҡа артҡан.