Башҡортостандың 117 ауылы мобиль элемтәгә һәм 4G юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырылған

Был турала социаль селтәрҙә Радий Хәбиров хәбәр итте. Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, быға «2.0 һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү» федераль проекты ярҙамында ирешелгән. Программа 100-ҙән 500-гә тиклем халыҡ йәшәгән биләмәләргә тарала.

Быйыл төбәктең мобиль элемтәгә ҙур квотаһы булған. «Урында йәшәүселәр үҙҙәре теләгән ауыл биләмәләрен һайлап, улар өсөн Дәүләт хеҙмәттәре порталында тауыш бирҙе. Һөҙөмтәлә 242 база мобиль элемтә станцияһы ҡуйылды, тағы ла 9 мең кеше хәҙер интернет һәм мобиль бәйләнешкә эйә булды. Киләһе йыл был федераль программа буйынса тағы ла 50 ауылға станциялар ҡуясаҡбыҙ. Тауыш биреү һөҙөмтәләрен декабрҙә көтәбеҙ.» тип яҙған Радий Хәбиров.