Мәғариф һәм фән министрлығынан шул турала белдерәләр. Берҙәм дәүләт имтихандарына рөхсәт алыу өсөн мотлаҡ инша йәки изложение яҙып тапшырырға кәрәк. Егеттәр һәм ҡыҙҙарға алты тема тәҡдим ителгән. Инша һөҙөмтәләре өсөн юғары уҡыу йортона ингәндә өҫтәмә балл бирелә. Киләһе йылда Берҙәм дәүләт имтихандары 23 майҙа башлана.