Федерация Советы һайлау көнөн билдәләне. Ҡарар бөгөн ҡабул ителде. Президент өсөн өс көнлөк тауыш биреү тураһында ла проект бар. Ул иртәгә Үҙәк һайлау комиссияһында ҡараласаҡ, тип белдерҙе комиссия рәйесе Элла Памфилова. Конституцияға ярашлы, Президент 6 йылға һайлана.