Иглин районында инвалидтарға ярҙам күрһәтеү мәсьәләһенә бәйле түңәрәк өҫтәл уҙғарылды

Мөмкинлектәрҙе киңәйтеп. Иглин районында инвалидтарҙы социаль хеҙмәтләндереү, һөнәри уҡытыу һәм социаль-мәҙәни реабилитация ойоштороу буйынса түңәрәк өҫтәл уҙғарылды.

Кәңәшмәлә урындағы хакимиәт етәкселеге, медицина хеҙмәткәрҙәре, «Ватан һаҡсылары» фонды, «Ғаилә» ресурс үҙәге белгестәре ҡатнашты. Районда мөмкинлектәре сикләнгән ете меңдән ашыу кеше йәшәй. Уларға уңайлы мөхит булдырыу - көнүҙәк мәсьәлә. Сара сиктәрендә социаль объекттар, күп фатирлы йорттарға инеү урындарын барлыҡ талаптарға тура килтереп эшләү бурысы ҡуйылды.