Өфө тарихы музейында тарих фәндәре кандидаты, хәрби тарихты өйрәнеүсе Рәмил Рәхимовтың «Өфө пехота полкының легендар даны» документаль китабының исем туйы үтте. Баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейы айҡанлы ойошторолған сарала хәрби тарихты төплө өйрәнеүсе ғалим асыҡ лекция уҡыны.
Тарихи баҫма «Китап»нәшриәтендә 1000 тираж менән нәшер ителгән. Китапта 18-се быуат аҙағы 19-сы быуат башында формалашҡан Өфө пехота полкы тарихы тураһында һүҙ бара. Легендар полк 1812-се йылғы Ватан һуғышында ҡатнашып, Смоленск янында һәм Бородин яланында ҡаһарманлыҡ күрһәткән, Малоярославец йүнәлешендә лә француздарҙы аяуһыҙ ҡыйратҡан.1813-1814 йылдарҙа рус армияһының сит илгә походтарында полк яугирҙары Лейпциг, Краон, Лаондағы алыштарҙа аяуһыҙ батырлыҡтар күрһәткән, Парижға инеүсе ғәскәр составында ла булған.1828-1829-сы йылдарҙағы рус-төрөк һуғышында крепостар алған, ҙур яуҙарҙа ҡатнашҡан, Балҡан аша үткән. Китап архив материалдарына һәм ташҡа баҫылған сығанаҡтарға таянып яҙылған.