Хушлашыу сараһында Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Ул геройҙың ата-әсәһенә Шайморатов генерал орденын тапшырҙы. Табип был наградаға үлгәндән һуң күрһәтелде. Михаил Каменев медицина университетынан һуң Ҡыуатов исемендәге Республика дауаханаһында 20 йылдан ашыу хирург булып эшләй. Табип доброволец булып хәрби контракт төҙөй. Алғы һыҙыҡта иптәштәрен ҡотҡарам тип һәләк була.