Өфөлә ВУЗ-ара кампустың тәүге өлөшө файҙаланыуға тапшырыла

Премьер-министр Андрей Назаров төҙөлөш барышын ҡараны. - 15 декабргә тиклем төҙөлөп бөткән бүлмәләрҙе тапшырырға кәрәк. ВУЗдар тейешле ҡоролмаларҙы урынлаштырыуға  әҙер булырға тейеш, - тине Андрей Назаров. Кампустың икенсе өлөшөндә иһә төҙөлөшкә әҙерлек бара. Проект ил Президенты  ҡушыуы буйынса ғәмәлгә  ашырыла. Биналар  4 мең кешегә иҫәпләнә. Бында фәнни-белем биреү комплексы, лабораториялар, магазиндар, скверҙар булдырыла.