Рәсәйҙә мәктәп уҡыусыларына дәрес ваҡытында кеҫә телефондарын ҡулланыу тыйылды

Дәүләт Думаһы депутаттары икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа ошо туралағы закон ҡабул итте. Хәҙер йәш быуын гаджеттар менән ғүмергә йәки һаулыҡҡа хәүеф янаған ғәҙәттән тыш хәл осраҡтарында ғына файҙалана ала. Закон авторҙары билдәләүенсә, яңы үҙгәреш уҡытыусының абруйын күтәреп, класта йәнле аралашыуға булышлыҡ итәсәк. Теманың дауамы БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов әҙерләгән репортажда.

Мәктәптә шылтыратыуҙар хәҙер дәрескә һәм тәнәфескә генә яңғырай. Дәүләт Думаһы белем усаҡтарында кеҫә телефондарын тыйған закон ҡабул итте. Смартфонды үҙең менән алып килергә мөмкин. Әммә дәрес ваҡытында уның менән ҡулланырға ярамай. Ошо ваҡыттан алып бөтә фәндәр ҙә ҡәтғи рәүештә офлайн үтергә тейеш.

Әммә ҡайһы бер мәктәптәрҙә был закон күптән ғәмәлгә ашырыла. Мәҫәлән, Өфөнөң 115-се гимназияһы уҡыусылары гаджетһыҙ йәшәргә өйрәнгән дә инде. Бының өсөн кеҫә телефонын тыйған ҡарар ҡабул ителгән. Уға ярашлы, балалар дәрес алдынан смартфондарының тауышын һүндереп, портфелдәренә йәшерергә бурыслы.

115-се гимназия күләмле реконстукциянан һуң быйыл ғына асылған. Белем усағы яңы компьютерҙар, мультимедиа ҡоролмалары менән йыһазландырылған. Телефон рөхсәт ителмәһә лә заманса технологиялар уҡыу процесын йәнләндерергә ярҙам итә, ти уҡытыусылар.

Смартфондарҙың ыңғай һәм кире яҡтары ла етерлек. Яҡшыһына килгәндә, мәктәптә берәй хәл тыуа ҡалһа, бала иң тәүҙә ата-әсәһенә шылтыратып әйтә ала. Шул уҡ ваҡытта телефондан айырыла алмау замана психик ауырыуҙарының береһе - номофобияға килтерә.

Яңы закондың әлегә деталдәре яҙылмаған. Телефондарҙы кем һаҡлар, ҡағиҙә боҙоусыларға ниндәй санкциялар ҡаралыр? Әммә уҡытыусы дәрес ваҡытында баланың ҡулынан смартфонын бер нисек тә тартып ала алмай. Беренсенән, телефон - ул шәхси милек. Икенсенән, бәлиғ булмаған балаға ҡарата көс ҡулланыу закон менән тыйыла. Ҡабул ителгән үҙгәрештәр киләһе йылдың 1 сентябренән ғәмәлгә инә.

Илдар Байбулататов